среда, 10 апреля 2013 г.

Джоан Баэз “раштыуа бомбалары”н хәтерләне.



40 йыл үткәс, Американың данлыҡлы йырсыһы һәм сәйәси активискаһы Джоан Баэз, азатлыҡ йырын башҡарыу өсөн, Ханойға әйләнеп ҡайтты.

1972 йылдың декабрендә  АҠШ Ханойға көслө һөжүм яһай, быны “раштыуа бомбалары” тип хәтерләйҙәр. Баэз Вьетнамдағы һуғышҡа ҡаршы сыҡҡан активистар төркөмөндә була һәм төндәрен, бомабаларҙан ҡасып, бункерҙарға йәшенә. Төндәрҙең береһендә улар һөжүмгә дусар була.

“Үлем менән тәүге осрашыуым шул саҡта булды, үлемдең яҡынлығын мин шунда тойҙом. Ә бит үлем кемделер алып китә, һине урап үтә, тип уйлайһың. Әммә үлем менән йышыраҡ осраша башлағас, икенсерәк фекерләй башлайһың,-”тип һөйләй Джоан Баэз.

Баэз 40 йыл элек йәшәп киткән отелдә туҡтаны,  һаман да эшләп йөрөгән һәм уны хәтерләгән уның хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Бөгөн уға 72 йәш, уның дискографияһында иллеләп альбом, тик ул элеккесә үҙен йырсынан бигерәк  сәйәсмән тип атауҙы хуп күрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий