среда, 10 апреля 2013 г.

35 километрға һуҙылған ҡаршылыҡ акцияһы.



Шишәмбе көн Дания уҡытыусылары Копенгаген һәм Роскилле араһында 35 километрға һуҙылған сылбыр барлыҡҡа килтерҙе. Акцияла эшһеҙ ҡалған уҡытыусылар ҡатнашты.

Апрель башында хөкүмәттең эш ваҡытын 2-3 сәғәткә арттырырға ҡарар итеүенә ҡаршы уҡытыусылар забастовка башланы. Хөкүмәт локаут иғлан итте.

/Локаут( ингл. lock out- ишекте ябыу һәм индермәү)- эш биреүсенең, хеҙмәткәрҙәргә баҫым яһау маҡсатында, ваҡытлыса эште туҡтатып тороуы, хеҙмәт хаҡын түләмәүе. Локауттың һуң дәрәжәләге формаһы- бөтә коллективты эштән ебәреү./

Комментариев нет:

Отправить комментарий