среда, 10 апреля 2013 г.

Колумбия: ФАРК менән һөйләшеүҙәрҙе яҡлаусы марш.



Колумбия баш ҡалаһында меңәрләгән кеше хөкүмәттең ФАРК һул радикаль баш күтәреүселәре менән һөйләшеүҙәрен яҡлаусы маршта ҡатнашты. Демонстрацияла ил президенты Хуан Мануэль Сантос та булды. Ул ватандаштарын башланған һөйләшеүҙәрҙе милләтте берләштереү өсөн файҙаланырға саҡырҙы. Колумбия властары вәкилдәре һәм ФАРК һөйләшеүҙәрҙе Кубала алып бара.
Консуэло Гонсалес де Педромо, элек ФАРК аманатҡа алған ҡатын:

“Колумбия халҡы хыялланған берҙән-бер нәмә- тыныслыҡ һәм үҙ-ара килешеп йәшәү. Илебеҙ өсөн беҙ шуны теләйбеҙ.”

Әгәр башланған һөйләшеүҙәр уңышлы барып сыҡһа, Колумбияла 5 тиҫтә йыл буйы һуҙылған көс ҡулланыуҙарға нөктә ҡуйыласаҡ.

60-сы йылдарҙа коммунистар фирҡәһенең хәрбиләштерелгән ҡанаты рәүешендә төҙөлгән ФАРК һуңғараҡ наркотиктар менән сауҙа итә һәм кешеләрҙе урлай башланы. Төркөм Колумбияның капиталистик хөкүмәтенә ҡаршы көрәшеүе һәм дөйөм социаль тигеҙлек йәмғиәте төҙөргә теләүе хаҡында белдерҙе. ФАРК менән бәрелештәрҙә ярты миллиондан ашыу кеше һәләк булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий