четверг, 18 апреля 2013 г.

Украина: “үлемгә дусар булғандар” дауаланыу өсөн аҡса һорай.



Украинаның Министрҙар кабинеты бинаһы янында тиҫтәләрсә кеше ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо. Үлем язаһына дусар булғандар рәүешендә улар “Беҙ үлемгә дусар”тигән яҙыулы плакаттар тотоп торҙо. Ҡаршылыҡ акцияһына килеүселәрҙең күбеһе вируслы гепатит, туберкулез һәм СПИД ише үлемесле ауырыуҙарҙан яфа сигә. Улар дауаланыуға вәғәҙә ителгән аҡсаларҙың бүленеүен талап итә.
 Владимир Жовтяк, “ ВИЧ менән ауырыусыларҙың бөтә Украина селтәре”:
”Йоғошло ауырыуҙар илебеҙҙең бөгөнгөһөн генә түгел, киләсәген дә үлтерә.”
С гепатиты менән ауырыусы Елена:
“Дауаланыр өсөн минең аҡсам юҡ. Ысынлап әйтәм. Врачтарға мөрәжәғәт итәм, анализдар бирәм икән, улар хәлемде бер аҙ еңеләйтерлек кенә дауалау курсы үткәрә.”
Шишәмбе көн Министрҙар кабинеты үлемесле йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы сараларға өҫтәмә аҡса бүлде. 1 майға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аныҡ план һәм финанс расчеттарын эшләргә тейеш. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың әйтеүенсә, әлегә тик вәғәҙәләр генә бирелә, ә тиҫтәләгән мең ауырыуға үлем янай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Украина- Европа илдәре араһында СПИД-тың иң киң таралған урыны. Рәсми рәүештә теркәлгән 120 мең ВИЧ менән ауырыусының өстән бере генә кәрәкле дарыуҙар ала. Һуңғы 20 йыл эсендә бауыр шешеүенән (гепатиттан), туберкулездан һәм СПИД-тан 370 мең украин вафат булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий