среда, 17 апреля 2013 г.

Бөжәктәр менән туҡланыусы үҫемлектәр.



Йыртҡыс үҫемлектәрҙе тәбиғәттең бер мөғжизәһе, тип атарға була. Был ғәжәйеп үҫемлектәр- ысын йыртҡыстар, улар бөжәктәрҙе, үрмәксе кеүек быуынтыҡ аяҡлыларҙы аулай, аш һеңдереү һуты бүлеп сығара, ҡорбанын иретә һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең күп өлөшөн ошо рәүешле ала.

Йыртҡыс үҫемлектәр байтаҡ (фәндә уларҙың 600 төрө билдәле). Ҡорбандарын үҙҙәренә йәлеп итеү, эләктереп алыу өсөн уларҙың махсус ҡулайламалары бар. Уларҙы берләштергән сифаттар шундай: уңдырышһыҙ тупраҡта үҫәләр, сағыу төҫтәре менән нектарлы сәскәләрҙе хәтерләтеп, бөжәктәрҙе ҡыҙыҡтыралар, төрлө йәтмәләр файҙаланып, ҡорбандарын ҡапҡанға ҡаптыралар.


Ысыҡ үләне(Drosera)- бөжәктәр менән туҡлана торған, япраҡтары таж рәүешендә бергә йыйылған ҙур булмаған үҫемлек. Ысыҡ үләненең хәрәкәтләнеп торған, осонда татлы йәбешкәк тамсылары булған биҙ һәрмәүестәре бар. Бөжәк йәбешкәк һәрмәүестәргә килеп ултырыу менән, үҫемлек, ҡорбанын ҡапҡанға эләктереү өсөн, ҡалған һәрмәүестәрен уға йүнәлтә башлай. Бөжәк ҡапҡанға эләккәс тә, ваҡ биҙҙәр уны эшкәртергә тотона, туҡлыҡлы матдәләр үҫемлектең артабан үҫеүенә булышлыҡ итә.


Себен аулаусы үлән(Dionaea Muscipula)- бөжәктәр менән туҡланыусы киң билдәле үлән. Бәләкәс кенә был үлән күбеһенсә бөжәктәр һәм үрмәксе һымаҡтар менән туйына. Ҡорбанын тойоу менән, уның япраҡтары "һә"тигәнсе ябыла һала. Үҫемлек шул ҡәҙәр үҫешкән, тере йән эйәһен йәнһеҙ предметтарҙан бик яҡшы айыра ала. Япраҡтары уның 0.1 секундта ябылып өлгөрә, ситтәрендәге ҡаты энәләре ҡорбанын ебәрмәй, шул рәүешле ике япраҡ араһында табышты эшкәртеүсе үҙенсәлекле ашҡаҙан барлыҡҡа килә. 



Комментариев нет:

Отправить комментарий