среда, 17 апреля 2013 г.

Венесуэла: фейерверктар һәм “кәстрүл болаһы.”



Венесуэла өсөнсө көн инде йоҡламай. Шаршамбыға ҡарай төндә Каракас күген фейерверктар яҡтыртты. Уны йәкшәмбе көн президент итеп һайланған Николас Мадуро яҡлылар осорҙо. Ҡаршы яҡ иһә петардалар шартлатты һәм кәстрүлдәр шаҡылдатты. Мадуроның төп оппоненты Энрике Каприлес һымаҡ уҡ улар ҙа 2 проценттан да кәмерәк айырма менән  Чавес вариҫының еңеүен танырға теләмәй һәм тауыштарҙы ҡайтанан һанауҙы талап итә.
Минең тауышым, халыҡ тауышы- изге эш, шуға мин уны хөрмәт итеүҙәрен талап итәм. Мин Венесуэла гражданкаһы, минең балаларыма мираҫ булып ошо ил ҡаласаҡ,-”ти кәстрүл болаһында ҡатнашыусы ҡатын.
Өс көнгә һуҙылған демонстрациялар, болалар, бәрелештәр барышында 7 кешенең ғүмере өҙөлдө, 61-е зыян күрҙе, 135-е ҡулға алынды. Ә Мадуро һәм Каприлес бер-береһен ғәйепләй.
“Ҡаты тотонорға ваҡыт етте, мин һеҙҙе сигенергә өндәйем. Иртәме-һуңмы һеҙгә хөкөм алдына баҫырға тура киләсәк, сөнки был көс ҡулланыуҙар өсөн һеҙ яуаплы,-”тип белдерҙе Николас Мадуро.
 Венецияның яңы президентының инаугурация тантанаһы йома көн, 19 апрелдә буласаҡ. Ул Боливар республикаһы менән 6 йыл идара итәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий