среда, 17 апреля 2013 г.

Американлылар: ни өсөн беҙҙе шул ҡәҙәр күрә алмайҙар?



 Бостон марафонының финиш һыҙығына кешеләр һәләк булған өс әҙәмдең иҫтәлегенә һәм 180 яралыға ярҙам йөҙөнән сәскәләр һәм шәмдәр килтерә. Бойлстон һәм Беркерли урамдарында юл хәрәкәте асыҡ, шартлау булған урын ғына кәртәләнгән килеш ҡалған.
АҠШ президенты ҡорбан булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға ҡушты- 20 апрелгә ҡәҙәр илдәге һәм сит илдәрҙәге АҠШ флагтары төшөрөлгән килеш ҡаласаҡ.
Әйтерһең, 2001 йылдың сентябренә кире ҡайттыҡ. Фажиғәнең бөтә ауырлығын ул саҡта аңламаһам да, хәҙер яҡшы аңлайым. Мин инде ҙур һәм ҡалабыҙҙағы был ҡайғы йөрәгемде өтә,-”ти йәш кенә ҡыҙ.
Спортсылар иһә, абруйлы ҡала марафонында ҡатнашыусылар, фажиғәнең рухтарын һындыра алмауы хаҡында белдерә:
”Беҙҙе, атлеттарҙы бындай нәмәләр ҡурҡыта алмай. Ҡот осҡос ваҡиға булды, уның йәнә ҡабатланыуы ихтимал. Әммә мин фажиғәнең беҙҙе һындыра алмаясағына ышанам.”
Зыян күреүселәрҙең яртыһы дауаханаларҙан сығарылған, тик 17-һе һаман ауыр хәлдә. 13 кешенең ҡул-аяҡтарын ампутацияларға тура килгән.
Бостондан беҙҙең үҙ хәбәрсебеҙ Штефан Гробе хәбәр итә:
“Ҡанлы шартлауҙан һуң бер тәүлек үткәс, Бостон хәлдең айышына төшөнөргә тырыша. Күптәрҙең фекере буйынса, 11 сентябрҙән һуң тыныс осор тамамланған. Американлыларҙы “ни өсөн беҙҙе шул ҡәҙәр күрә алмайҙар?”тигән һорау борсой.


Комментариев нет:

Отправить комментарий