вторник, 16 апреля 2013 г.

Мөбәрәк: азат ителгән, әммә азат түгел.



Ҡаһирәнең аппеляция суды Хөсни Мөбәрәкте 2011 йылда Таһрир майҙанындағы манифестацияны баҫтырыу һәм кешеләрҙең үлеме менән бәйле эш буйынса ваҡытынан алда азат итеү үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле бөтә ултырыштарҙы ла дауахана каталкаһында ятып үткәргән элекке президент һаҡ аҫтында ҡаласаҡ, ләкин инде башҡа эш буйынса.
Уны коррупцияла һәм дәүләт аҡсаларын законһыҙ рәүештә үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр. Ғәйепләү мәғлүмәттәре буйынса, һүҙ кәм тигәндә 160 миллион доллар хаҡында бара. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөсни Мөбәрәк Мысырҙағы революциянан һуң ҡулға алына. 2012 йылдың йәйендә уны, демонстрацияла ҡатнашҡан 800 кешенең үлемендә ғәйепләп, ғүмерлеккә төрмәгә ябалар, ләкин ғинуарҙағы кассацион суд был ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы. Хәҙер элекке президентты яҡлаусы яҡ уны юридик йәһәттән генә түгел, ысынлап азат итергә ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий