среда, 24 апреля 2013 г.

АҠШ Конгресы Американың махсус хеҙмәттәренән аңлатма талап итә.



Бостонда Шон Кольерҙы- Массачусетс технологик институтының полиция хеҙмәткәрен ерләнеләр. Ул ағалы-ҡустылы Царнаевтар менән атыш ваҡытында һәләк булған.

Америка гражданлығын алған, әммә даими рәүештә Махачҡалала йәшәгән Царнаевтарҙың әсәһе улдарының ғәйепһеҙ булыуына ышана:

“Был ҡот осҡос хәл! Әммә шуны беләм: балаларымдың быға ҡыҫылышы юҡ. Мин- әсәй. Мин балаларымды беләм. Минең балаларымдың бындай нәмәләргә ҡыҫылышы булыуы мөмкин түгел.”

Ҡулға алғанда ауыр йәрәхәтләнгән Джохар Царнаев дауаханала ята. Күмәк үлтереште лә индереп, уға бер нисә пункт буйынса ғәйепләү белдерелгән.


Енәйәте өсөн үлем язаһы янаған 19 йәшлек Джохар Царнаев ФБР агенттарына полиция менән атыш ваҡытында үлгән ағаһы Тамерландың енәйәти төркөм лидеры һәм теракттың төп идеологы булыуын һөйләгән.

15 апрелдәге Бостон марафоны ваҡытындағы ике шартлау ваҡытында 3 кеше һәләк булды, 260-тан ашыуы яраланды.

АҠШ Конгресы махсус хеҙмәттәрҙән, Рәсәйҙең компетентлы органдарынан киҫәтеү ала тороп, Тамерланды күҙ уңынан ысҡындырыуҙары һәм ғәмһеҙлек күрһәтеүҙәре өсөн аңлатма талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий