среда, 24 апреля 2013 г.

Европарламентта “Аҡ кейемле ҡатын-ҡыҙҙар.”



Сахаров премияһын Европарламент “Аҡ кейемле ҡатын-ҡыҙҙар”ға 2005 йылда биргәйне. Хәҙер генә, 8 йыл үткәс, улар уны Брюсселдә алыу хоҡуғына эйә булды. Элегерәк быны эшләй алманылар, сөнки Куба хөкүмәте уларға сит илгә сығырға рөхсәт бирмәне.

Аҡтан кейенеп, ҡатын-ҡыҙҙар һәр йәкшәмбе Гавананың Мирамар кварталанындағы Санта-Рита сиркәүендә доға ҡылыу, туған-тыумасаһына азатлыҡ теләү уйы менән йыйыла. Хәрәкәт 2003 йылғы “Ҡара яҙ ваҡиғаларынан һуң башлана. 75 шағир, врач, журналист, активист, “именлеккә зыян килтерергә ниәтләүҙәре өсөн,”15 йылдан 28 йылғаса төрмәгә ултыртылғас, уларҙың демократияға һәм азатлыҡҡа саҡырыуын барыһы ла ишетә. Тотҡондарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡ илдән ҡыуыла, ҡайһылары һаулыҡтары хөртәйеү сәбәпле азат ителә, әммә  хөкөм эштәре ябылмай. Кубаның сәйәси тотҡондарының ҡатындары, әсәләре, ҡыҙҙары, апай-һеңлеләре, доғалар менән тантаналы йөрөш өсөн, сәскәләр тотоп урамдарға сыға.

“Аҡ кейемле ҡатын-ҡыҙҙар”хәрәкәте сәйәси ҡаршылыҡ булараҡ һәм бер-береһенә таяныс булыу теләге менән үҙенә-үҙе башланып китә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий