Бангладештың баш ҡалаһы Дакканан алыҫ түгел, ҙур сауҙа
үҙәге емерелеү һөҙөмтәһендә, тиҫтәләрсә кеше һәләк булған. Һигеҙ ҡатлы бинала
кейем тегеү фабрикаһы, банк һәм күп һанлы магазиндар урынлашҡан. Хәҙер бина
хараба хәлендә, тәүге ҡаты ғына имен ҡалған.
Властар тәүҙә 25, аҙаҡ 67 кешенең һәләк булыуы хаҡында
хәбәр итте. Әммә комплекс ҡыйралған саҡта, унда бер нисә мең кеше булыуы
ихтимал. Властар харабалар аҫтында ҡалған 500 хеҙмәткәр тураһында һөйләй, тимәк
ҡорбандарҙың теүәл генә һанын билдәләү мөмкин түгел, ул күп тапҡырға артырға
мөмкин. Фажиғә булған урында ҡотҡарыусылар эшләй, улар күмелеп ҡалған кешеләрҙе
ҡаҙып сығарырға тырыша.
Асыҡланыуынса, бинаның емерелеүе көтөлмәгән хәл булмаған.
Шунан алда ғына кейем фабрикаһының стенаһында ярыҡ күргәндәр, тик предприятие
хужалары, властарҙың талаптарына ҡарамай, эште туҡтатмаҫҡа ҡарар иткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий