четверг, 25 апреля 2013 г.

Эксперттар: хакерҙар һөжүме халыҡ-ара конфликттарға алып килеүе ихтимал.



Хакерҙарҙың мәғлүмәт ресурстарына һөжүме донъя баҙарының түбәнәйеүенә генә түгел, халыҡ-ара конфликттарға ла алып килеүе ихтимал. Үҙҙәрен “Cүриәнең электрон армияһы” ағзалары тип атаған хакерҙар, Associated Press агенствоһының Twitter-аккаунтын ватып, унда Аҡ йорттоң шартлауы һәм президент Барак Обаманың яраланыуы тураһында хәбәр урынлаштырғас, эксперттар шул хаҡта белдерҙе.

“Беҙҙең акция- киң мәғлүмәт сараларында Сүриә оппозицияһының эшмәкәрлеген дөрөҫ яҡтыртмауға ҡаршылыҡ билдәһе,-ти видеояҙмала үҙен Мөхәммәт тип атаған кеше.-Дөрөҫ булмаған бындай репортаждар Сүриәне һәм Сүриә халҡын кәмһетә.”

Хакер атакаһы һөҙөмтәһендә АҠШ-тың фонд баҙары түбәнәйҙе, айырым алғанда, Доу- Джонс индексы 100 пунктҡа төштө. Шартлау хаҡындағы мәғлүмәттең дөрөҫ булмауы асыҡланғас, барыһы ла элекке хәленә кире ҡайтты.

“Мәғлүмәт ресурстарын ни рәүешле ватыуҙарын белге килә,-ти киберименлек белгесе Дэн Галлагер.-Был хәл нисек килеп сыҡҡанлығын асыҡларға теләүебеҙ тәбиғи, инвесторҙарҙың зыян күрмәүен дә тикшерергә тейешбеҙ.”

Һуңғы осор Американың төрлө компанияларының микроблогтары, шулай уҡ СВS каналының яңылыҡтар сайттары хакер һөжүменә дусар булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий