четверг, 25 апреля 2013 г.

Голландия эшҡыуары Хөсәйендең ҡорбандарына компенсация түләйәсәк.



Нидерландтар суды бизнесмен Франс ван Анраатты Иракта Саддам Хөсәйен ваҡытында химия һөжүме һөҙөмтәһендә зыян күреүселәргә компенсация түләүгә хөкөм иткән, компенсация күләме -ярты миллион доллар самаһы.

2005 йылда Анраат, Хөсәйен режимын курд халҡына ҡаршы ҡулланылған химик ҡорал өсөн сеймал менән тәьмин итеүе сәбәпле, 15 йылға хөкөм ителә. Эшҡыуарҙың раҫлауынса, был химикаттарҙың нимәгә кәрәклеген ул белмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий