четверг, 25 апреля 2013 г.

Греция Германиянан репарацион түләүҙәр талап итәсәк.



Греция Германиянан хәрби репарациялар талабынан баш тартмаясағы тураһында белдерҙе. Грецияның финанс министрлығы был проблема буйынса күп һанлы документтар менән нығытылған отчет әҙерләне. Улар юрисконсульттарға тапшырыласаҡ, ә тегеләре үҙ сиратында Афинаның артабанғы рәсми эшмәкәрлеген билдәләйәсәк.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Финанс министрлығы юғалтыуҙарҙы 160 миллиард доллар менән баһалаған- ВВП-ның 80 проценты. Шуларҙың 108 миллиарды- ҡыйратылған инфраструктура һәм 54-е Греция Банкының нацистарға бирергә мәжбүр булған займы өсөн.
Грецияның сит ил эштәре министры, парламентта сығыш яһап, былай тип белдерҙе:
Күпме генә ваҡыт, тырышлыҡ талап ителһә лә, беҙ, хәҙерге шарттар менән иҫәпләшеп тормайынса, маҡсатҡа ирешеү өсөн, беҙ бөтә сараларҙы ла файҙаланасаҡбыҙ.
Берлин, Грецияға 60-сы йылдарҙа түлгәнгә күрә, компенсация мәсьәләһен ябыҡ тип иҫәпләй. ФГР сит ил эштәр министрлығы Греция сәйәсмәндәрен, яуапһыҙлыҡ күрһәтеп, халыҡта яңылыш фекер тыуҙырмаҫҡа, реформалар юлынан барырға саҡыра. Афина иһә Грециялағы реформалар һәм компенсация мәсьәләһе араһында бәйләнеш юҡ, тип бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Германия- Грецияны дефолттан йолоп ҡалыу өсөн ЕС һәм МВФ биргән күп миллиардлы кредиттың иң ҙур доноры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий