четверг, 25 апреля 2013 г.

Һыу аҫты һунары.



Британия фотографы Кристофер Свэн (Christopher Swann) һыу аҫтындағы ғәжәйеп ваҡиғаны- акула һәм дельфиндарҙың скумбрия өйөрөнә һунарын төшөргән. Һыу аҫты донъяһында йәшәүселәрҙең нисек һунар итеүе, бер-береһенән нисек һаҡланыуы хаҡында беҙ әҙ беләбеҙ, әҙ уйланабыҙ. Ҡырағай тәбиғәтте төшөрөүсе фотограф дельфиндар һәм акулаларҙың Атлантик океандың Азор утрауҙары яры буйында балыҡтарҙы нисек аулауын асыҡ күҙ алдына баҫтыра.


Үҙҙәрен яҡшыраҡ һаҡлау өсөн, меңәрләгән балыҡ, һөйләшеп ҡуйғандай берләшеп, диаметры 20 метрға барып еткән ғәләмәт ҙур көмөш шар барлыҡҡа килтерҙе. Әммә шундай шәп тактика уйлап табыуҙарына ҡарамаҫтан, балыҡтар ҡотола алманы- улар йыртҡыстарҙың ҡорбанына әйләнде.



Бөтөн бер организм рәүешендә маневр яһап, балыҡтар һыу өҫтөнә табан күтәрелде, тик унда ла ҡотола алманылар- төрлө яҡлап дауылғоштар һөжүм итте.




Комментариев нет:

Отправить комментарий