пятница, 26 апреля 2013 г.

Курд боевиктары Төркиәнән китә.



8 майҙа курд боевиктары үҙҙәренең формированиеларын Төркиә территорияһынан сығара башлаясаҡ. Был турала төньяҡ Ирактың Кандиль ҡалаһындағы матбуғат конференцияһында Курдистан эшселәр фирҡәһе рәйесе Морат Ҡарайылан белдереү яһаны. Ҡарайылан шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: фирҡәнең тотҡондағы лидеры Абдуллаһ Оджаланды һәм башҡа боевиктарҙы иреккә сығарыу ҡорал ташлауҙың шарты булып тора. Боевиктарҙың төркөмдәре Ирак Курдистанына китәсәк. КЭФ сит ил дәүләттәренә төрөк-курд мөнәсәбәттәрен яйға һалыуҙа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
“Күпселек үлтерештәр һәм урлауҙар 1990 йылдар башында булды. Төрөк закондарына ярашлы, яуапҡа тарттырыу ваҡыт менән сикләнгән. Әгәр 20 йыл эсендә кеше үлтереүе өсөн берәү ҙә хөкөм ителмәгән икән, ул башҡаса судта ҡаралмаясаҡ. Бөгөн, 2013 йылда, ул саҡтағы енәйәттәр өсөн яуапҡа тарттырыу срогы үтеп бара,-”ти Төркиәләге“Human Rights Watch” филиалы эксперты  Эмма-Синклэр Вебб.
КЭФ Төркиә территорияһында тәүге терактты 1984 йылдың көҙөндә яһаған. 29 йыл барған ҡораллы алыш барышында Төркиәлә меңәрләгән кеше һәләк булған: тыныс граждандар, хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре. Именлек хеҙмәте көстәре лә меңәрләгән боевикты юҡ иткән. Был операциялар Төркиә территорияһында һәм төньяҡ Иракта үткәрелгән. Ошо йыл башында Төркиә властары ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған КЭФ лидеры Абдуллаһ Оджалан менән һөйләшеү процесын башланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий