пятница, 26 апреля 2013 г.

Гаити: властар ер тетрәү ҡорбандарын палаткалы лагерҙарҙан ҡыуа.



Гаити властары, 2010 йылдағы ер тетрәүҙән зыян күреүселәрҙе яҡлауҙан баш тартып, кеше хоҡуҡтары өлкәһендәге халыҡ-ара ҡануниәтте боҙҙо. 2,5 йыл буйы кешеләр ваҡытлы палаткаларҙа йәшәргә мәжбүр, әммә унан да властар уларҙы ҡыҫырыҡлап сығара башланы. Ҡала мэрҙары һәм полиция үҙенең эшмәкәрлеген шуның менән аңлатты: лагерҙар халыҡ күп йөрөгән, ҡайһы саҡ кешеләрҙең шәхси милке булған урындарҙа урынлашҡан.

Киара Ликуори, Amnesty International ойошмаһы тикшеренеүсеһе:

“Ҡыуып ебәреү менән янап, был кешеләрҙе айҙар буйы кәмһеттеләр. Ҡайһы берәүҙәргә төндәрен килеп һөжүм иттеләр, бысаҡтар һәм мачетелар менән янап, палаткаларын емерҙеләр”.

Amnesty International ойошмаһы фекере буйынса, халыҡты ваҡытлы торлаҡтарынан ҡыуыу легаль рәүештә эшләнмәй. Лагерҙы ташлап китергә мәжбүр булғандарҙың яҙмышын аҙаҡ асыҡлауы ла ҡыйын. Ҡайһы берәүҙәр, йыраҡҡараҡ китеп, пластик һәм картондан үҙҙәренә торлаҡ әтмәләргә маташып ҡарай.


Халыҡ-ара миграция ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Гаитиҙа 2 000 самаһы кеше законһыҙ рәүештә лагерҙан ҡыуылған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий