пятница, 26 апреля 2013 г.

РФ президенты АҠШ-ты терроризмға ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡырҙы.



 РФ президенты рәсәйлеләр менән “Тура линия” ваҡытында АҠШ-ты терроризмға ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡырҙы. Штаттарҙа йәшәгән ватандашыбыҙ шул уҡ һорауҙы бирҙе. Уның раҫлауынса, Бостондағы теракттан һуң, “күптәрҙә Рәсәйгә ҡаршы кире фекер барлыҡҡа килгән, сөнки террористар Кавказ кешеләре.
Путин: Рәсәй үҙе- халыҡ-ара терроризм ҡорбаны. Шундай ҡорбандарҙың тәүгеһе. Был фажиғә терроризм кеүек барыбыҙ өсөн дә хәүеф тыуҙырған нәмәләргә ҡаршы бергәләп көрәшеүгә этәрер, тип өмөтләнәм.”
Путин “Көнбайыш партнерҙарыбыҙҙың һәм киң мәғлүмәт сараларының Рәсәйҙә йыртҡыстарса ҡанлы енәйәттәр эшләүсе террористарҙы баш күтәреүселәр тип атауы”на һәр саҡ йәне көйөүе хаҡында белдерҙе.
АҠШ-та иһә Бостон шартлауҙары буйынса әүҙем тикшереү бара. Тамерлан һәм Джохар Царнаевтарҙың ата-әсәһе АҠШ-ҡа юлланыуы ихтимал. Әсәһе элегерәк бындай теләк белдергәйне, әммә һуңырыҡ тормош иптәшенең барырға ниәтләүен әйтте. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ағалы-ҡустылы Царнаевтарҙың әсәһен, урлашыуҙа ғәйепләп, АҠШ-та ҡулға алыуҙары ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий