воскресенье, 28 апреля 2013 г.

Бангладеш: осһоҙ кейем хаҡы- кеше ғүмере.



Бангладеш фажиғәһе ҡорбандары 340-тан ашты. Шәмбе көн  8  ҡатлы бинала урынлашҡан тегеү фабрикаһының хужалары ҡулға алынды. Һүҙ Базулус Самад, “New Wave Buttons” һәм “New Wave Style” фабрикалары директорҙары советы рәйесе һәм  Мәхмүт Рахман Тапаш, предприятиеларҙың береһенең идара итеүсе директоры хаҡында һүҙ бара. Шаршамбы емерелеп төшкән “Rana Plaza”комплексын проектлаусы ике инженер ҙа ҡулға алынған. Бина хужаһы полициянан ҡасып йөрөгәнгә күрә, мәғлүмәт алыу өсөн, уның туғандары ҡулға алынған. Емереклектәрҙе тикшереү менән шөғөлләнеүсенең һүҙҙәре буйынса, эҙләп килеп, алып китеүселәр булмағанлыҡтан, мәйеттәрҙең күбеһе боҙола башлаған, шунлыҡтан улар ерләү эше менән шөғөлләнгән“Anjuman” ойошмаһына тапшырыла.
Бина емерелгәндә, унда 3 меңдән ашыу кеше булыуы ихтимал, әммә таштар әсирлегендә ҡалыусыларҙың теүәл генә иҫәбе билдәле түгел. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 900 кеше хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә.
Бер ҡатын һеңлеһен эҙләй:
”Ҡайҙа булды икән ул? Тереләр араһында ла, үлеләр араһында ла юҡ. Беҙ уның менән нимә булғанын белергә теләйбеҙ,-”ти ул.
Туҡыу фабрикалары, банктар, магазиндар урынлашҡан бина тейешле рөхсәтһеҙ төҙөлгән һәм авария хәлендә булған. Бангладеш тегеү фабрикаларының күпселегендә эш туҡталған- хеҙмәтсәндәр хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий