понедельник, 29 апреля 2013 г.

Британлылар дрондарға ҡаршы сыға.



Ил территорияһынан дрондар менән идара итеү атҡарылғас та, Бөйөк Британия халҡы улар менән ҡоралланыуҙы туҡтатыуҙы талап итеп сығыш яһаны. Һуғыштарға ҡаршы булған йөҙҙәрсә кеше Уодиннгтон Король Хәрби Һауа көстәре базаһы периметры буйлап марш менән үтте. Көн элгәре бынан Афғанстан күгендәге аппарат менән идара иттеләр.
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе һөйләй:
“Беҙҙең уйыбыҙса, Британия хөкүмәте судһыҙ, тикшереүһеҙ илебеҙҙән мең саҡрымдарҙа ятҡан кешеләрҙе үлтерергә хоҡуғы бар тип уйламайбыҙ.”
Алыҫтан, компьютер артында имен генә ултырып  идара итеү мөмкинлеге булған разведка-һөжүм комплекстары хәрбиҙәрҙе үҙ иркенә ҡуя. Бөйөк Британияның оборона министрлығында белдереүҙәренсә, пилотһыҙ аппараттар мәғлүмәт йыйыу өсөн файҙаланыла, әйтеүҙәренсә, йәнә 76 ил уларҙы ошо маҡсатта файҙалана. Элек Британия белгестәре үҙ дрондары менән АҠШ территорияһынан идара итә ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий