вторник, 23 апреля 2013 г.

Венесуэланың яңы хөкүмәте: Чавес васыяттарына тоғробоҙ!



Венесуэланың яңы һайланған президенты Николас Мадуро ил хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте. Уның нигеҙен мәрхүм Уго Чавес төҙөгән элекке кабинет министрҙары тәшкил итә.
32 креслоның 15-е, шулай уҡ сит ил эштәре министрлығы, оборона ведомствоһы, мәғлүмәт министрлығы һәм нефть сәнәғәте кеүек мөһим постар чавеслылар ҡулында. Энрике Каприлес етәкселек иткән оппозиция яңы кабинетты тәнҡитләп ташланы һәм уны “яңы иҫке хөкүмәт”тип атаны.

Үҙен Уго Чавес вариҫы тип иҫәпләгән Николас Мадуроның инаугурацияһы уҙған йомала үтте. Мадуро мәрхүм командантеның эшен дауам итергә вәғәҙә иткәйне, әммә был вәғәҙәләр уға 2 % өҫтөнлөк кенә бирҙе. Оппозиция тауыштарҙы ҡайтанан һанауҙы талап итә һәм был һөҙөмтәләргә фальсификация ярҙамында ирешелде, тип иҫәпләй. Ахыр ҙа Үҙәк һайлау комиссияһы “граждандар аудитыуҙғарырға ризалашты, уның барышында һайлау участкаларының 46 процентының мәғлүмәттәре тикшереләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий