вторник, 23 апреля 2013 г.

Замана каторгаһы.



Һеҙ эшегеҙ менән ризамы? Һеҙ уны һаулығығыҙ өсөн ауыр, йонсотҡос һәм зарарлы тип иҫәпләйһегеҙме? Шулай тип уйлайһығыҙ икән, Бразилия алтын руднигынан бер нисә ҡыҙыҡлы фотографияға күҙ һалырға тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, ул саҡта һеҙҙең фекерегеҙ үҙгәрер...Был фотолар Амазонка йылғаһы тамағынан көньяҡҡа табан 430 километр алыҫлыҡта ятҡан Бразилиялағы “Серра Пелада” шахтаһынан. Шахта һибелмә алтын һәм платина төркөмөндәге металдар ятҡылыҡтарының иң байы ине, әле лә ул шундай булып ҡала килә. Бәлки, һеҙ таҙа офисағыҙҙың стенаһына элеп ҡуйырға теләрһегеҙ, ул һеҙҙе дәртләнеп хеҙмәт итергә өндәп торасаҡ.
 “Серра Пелада” (“Ялтас тау”) 1979 йылда асыла һәм XX быуаттың 80-се йылдарына ҡәҙәр эшләй. Унда ҡул хеҙмәте файҙаланыла. Себастьян Сальгадоның шахталағы ауыр хеҙмәтте тасуирлаған һүрәттәре баҫылып сыҡҡас, ул киң танылыу ала. Фотоларҙа меңәрләгән эшсе, ҡырмыҫҡалар һымаҡ, ҡул көсө менән руданы сығара һәм ташый. Таусыларҙың буталсыҡ хәрәкәтләнеүе һәм документацияларҙа тәртип булмауы арҡаһында, шахтала нисә эшсе булыуын аныҡ ҡына билдәләү мөмкин булмай. Әммә шуныһы билдәле: рудникта кәм тигәндә 100 000 таусы эшләгән һәм ул донъяла иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән. Руда сығарыу өсөн эшселәрҙең ҡулында киркә һәм көрәк кенә булған. Хеҙмәт хаҡы көнөнә- 2-3 доллар.
1985 йылда, күп һанлы ишелмәләр, хәүефһеҙлек саралары бөтөнләй үтәлмәүе, шулай уҡ суд дәғүәләре күбәйеү сәбәпле, шахта ябыла.
Бөгөн Серра Пеладаташландыҡ хәлдә. Ҡул көсө менән эшләнгән ғәләмәт ҙур был карьерға һыу тулған, һәм унда хәҙер бәләкәй-бәләкәй бысраҡ күлдәр. Рудник дәүләт контроле аҫтында һәм ул алтын эҙләүселәргә, уңышҡа өмөтләнеүселәргә бәләкәй генә участоктар рәүешендә бүлеп бирелә. Сит участкаларға ҡул һуҙмаһындар өсөн, вертикаль рәүештә генә ҡаҙыу рөхсәт ителә. 
Шуныһы ҡыҙыҡ: 2013 йылда “Серра Пелада” алтын руднигы яңынан асыласаҡ. Бразилияның Colossus Minerals Inc һәм COOMIGASP берлектәге предприятиеһы 2013 йылдың уртаһында рудникты асыуға лицензия алған. Рудник хеҙмәткәрҙәре штатын туплау тулыһынса тамамланмаған, предприятие данлыҡлы шахтала эшләргә теләүселәрҙең барыһын да ҡабул итә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий