четверг, 4 апреля 2013 г.

БМО Генассамблеяһы Халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы килешеүенең тексын раҫланы, Рәсәй уны тәнҡитләне.




БМО Генераль Ассамблеяһы күпселек тауыш менән ҡорал менән һатыу итеүҙең дөйөм стандарттарын билдәләүсе Халыҡ-ара ҡорал сауҙаһы килешеүен раҫланы. Ҡул ҡуйыуға конвенция 3 июндә асыҡ буласаҡ.
193 дәүләттең 154-е резолюцияны яҡланы,  ҡорал менән сауҙа итеү өлкәһендә халыҡ-ара санкциялар индерелгән Иран, Сүриә һәм Төньяҡ Корея документҡа ҡаршы сыҡты.
Рәсәй 23 дәүләт иҫәбендә тауыш бирмәй ҡалды. БМО-лағы Рәсәйҙең даими вәкиле Виталий Чуркин һүҙҙәре буйынса, документта етешһеҙлектәр һәм төрлөсә аңлап булған положениелар бар. Айырым алғанда, Мәскәү килешеүҙә дәүләттеке булмаған вәкәләтһеҙ стркутураларға ҡорал һатыуҙы тыйыу хаҡында һүҙ булмауын тәнҡитләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий