среда, 3 апреля 2013 г.

Франция. Каюзактың үҙ ғәйебен таныуы “сәйәси ер тетрәү”булды.



Францияның бюджет мәсьәләләре буйынса элекке министры Жером Каюзактың үҙ ғәйебен таныуы ысын мәғәнәһендә сәйәси ер тетрәү булды. Бөтә Евроберләшмәне  тәүәккәл рәүештә аҡса “йыуыу” һәм һалым түләмәүҙәрҙән азат итергә саҡырған кешенең сит ил банкыларында иҫәбе булыуы идара итеүсе социалистарҙың асыуын ҡабартты.

“Жером Каюзак алдашҡан, ул Республика президентын алдаған, премьер-министрҙы алдаған,-тип белдерҙе хөкүмәт башлығы Жан Марк Эйро.-Сәйәсмән башҡа граждандарға ҡарағанда юғарыраҡ тоторға тейеш. Ул башҡаларға өлгө күрһәтергә һәм беренсе булып закондарҙы хөрмәт итергә бурыслы.”

Илдең төп оппозиция көстәре вәкилдәре ғауғаның улар өсөн ҡулай булыуын йәшермәй. “Халыҡ хәрәкәте өсөн берләшмә”башлығы Жан-Франсуа Копэ тағы ла киңерәк ҡарай:

 “Бөтәһен дә бер һорау ҡыҙыҡһындыра. Жером Каюзак бюджет мәсьәләре буйынса министр вазифаһын биләгәндә, был турала аныҡ шаһитнамәләр ҡалҡып сыҡҡанда, Франсуа Олландтың был хаҡта хәбәрҙар булмауы икеле.”

Ҡыуанысҡа килгәндә, иң ныҡ шатланыусы, моғайын, Mediapart баҫмаһының баш редакторы булғандыр. Ай буйы гәзитте яла яғыуҙа ғәйепләнеләр.

“Уйлауымса, демократия өлкәһендә был ысын ер тетрәү булды. Сәйәси хәлдәрҙән алып, иҡтисади, финанс һәм шәхси мәнфәғәттәрҙе үҙ эсенә алған олигартарға ҡағылышлы был ваҡиғаның эҙемтәләрен беҙ әле баһалап та бөтә алмайбыҙ,- тине Эдвин Пленель,-Үҙҙәрен республика хужаһы, закондан юғары торабыҙ, тип иҫәпләгәндәр закондың үҙҙәренә лә ҡағылыуын аңланы. Франция демократияһы өлгәшмәгән уҡыусыны хәтерләтә. Мәҡәлә баҫылып сыҡҡандан һуң, бәләкәй генә баҫмаға яуа башлаған ғәйепләүҙәрҙең ғәҙел түгеллеген иҫбатлар өсөн, 4 ай кәрәк булды. Был нормаль күренеш түгел!”

Комментариев нет:

Отправить комментарий