среда, 3 апреля 2013 г.

Франция. Элекке бюджет миинстрының Швейцария банкында иҫәбе булған.



Банкыла онотолоп бөткән иҫәбем бар, 20 йыл инде уға...”Францияның бюджет мәсьәләләре буйынса элекке министры Жером Каюзак сит ил банкында- Швейцарияла иҫәбе булыуын таныны. Һалым түләүҙән ҡасыусылар менән көрәшергә һүҙ биргән Каюзак 19 мартта отставкаға китте. Франциянан ситтә иҫәбе булыуын ул һәр саҡ инҡар итеп килде.
Швейцария банкында 20 йыл буйы файҙаланмаған иҫәбендә 600 мең евро булыуын судьялар алдында танығандан һуң, уға һалым түләүҙән ҡасыуы өсөн ғәйепләү белдерелгән.
Үҙенең блогында ошо турала хәбәр итеп, Каюзак ысын күңелдән үкенеүен белдергән һәм “һалынған зыян өсөн”ғәфү үтенгән. Каюзак, социалистар хөкүмәтенә ауырлыҡ килтермәҫ өсөн, отставкаға киткән.
Ваҡиға уның үҙ ғәйебен таныуы менән генә тамамланмаҫ, моғайын. Журналистар тикшереүе һөҙөмтәһендә, Каюзактың күрше Швейцария банкыһында ғына түгел, алыҫ Сингапурҙа ла иҫәбе бар тигән шик тыуған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий