среда, 3 апреля 2013 г.

КХДР: уның урынына беҙ ракеталар эшләйбеҙ.



Корея ярымутрауында көсөргәнешлелек һәм үҙ-ара янауҙар артҡан һайын, Төньяҡ Корея пропагандаһы бөтә ҡеүәтенә эшләй. Йәш лидер Ким Чен Ын ил халҡына һәм армияға дилбегәне кем ныҡ тотоуын күрһәтергә тырыша. КХДР сиктәрендә ҡаҡашамаҫ авторитетҡа эйә булған атаһы ҡалдырған власты уға нығытырға кәрәк.

Пхеньян һуғыш хәлендә булыуын һәм һөжүм итергә әҙер тороуын белдерҙе. Был янауҙарға етди ҡарарға кәрәкме икән? Cәйәси күҙлектән ҡарағанда шик булһа ла, техник йәһәттән янауҙарҙың реаль ерлеге бар, сөнки 70-се йылдарҙан алып Төньяҡ Корея даими рәүештә үҙенең ракеталарын камиллаштыра.

СКАД совет ракеталарын нигеҙ итеп алып(НАТО классификацияһы буйынса), КХДР “Нодон”, “Тэпходон”, “Мусудан” кеүек урта һәм алыҫ радиуслы үҙ ракеталарын, шулай уҡ, белгестәр фекеренсә, боеголовкаларын 6 000 километр алыҫлыҡҡа, йәғни АҠШ территорияһына алып барып еткерергә һәләтле “Тэпходон-2” ракетаһын барлыҡҡа килтерҙе. “Мусудан”иһә Тымыҡ океандағы Америка базаларына янай.

Теория буынса Пхеньян һөжүм итергә мөмкин, ысынында иһә был ракеталарҙың береһе лә һынау үтмәгән. Мәҫәлән, “Тэпходон-2”һынауҙары уңышһыҙ тамамланды. “Мусудан”һынауҙары хаҡында бөтөнләй бер нәмә лә билдәле түгел.

Пхеньяндың ядро мөмкинлектәре лә йомаҡ булып ҡала. Күптән түгел Ким Чен Ын 2007 йылда ябылған Йонгбьон ядро үҙәгендә ҡайтанан эш башланыуы тураһында белдерҙе. Бынан тыш Төньяҡ Кореяла йәнә 2 ядро үҙәге бар, февралдә шуларҙың береһендә ядро һынауы үткәрелде. Төньяҡ Корея ядро программаһынан ниндәй сюрприздар көтөргә мөмкин булыуын берәү ҙә аныҡ белмәй.

 Пхеньян 2006 йылдан алып үткәргән өс ядро шартлауының һуңғыһы бик ҡеүәтле булды, ә ядро ҡоролмаһы үҙе артыҡ ҙур түгел. Был ядро боеголовкалары эшләү юлындағы мөһим этап.

Төньяҡ Корея инженерҙары ракетаға урынлаштырыу өсөн бәләкәй ядро зарядтары эшләргә өйрәнделәрме икән тигән һорау тыуа. Атом бомбаһын барлыҡҡа килтереүҙә уран ҡулланалармы әллә плутониймы? Пхеньян бер тапҡыр ҙа үҙ ядро үҙәктәренә халыҡ-ара инспекторҙарға инергә рөхсәт итмәне.

Разведкаларҙың, тәү сиратта Американың тырышлығы һөҙөмтәһеҙ булды, Төньяҡ Корея режимының провокациялары, көсөн күрһәтергә маташыуы артында нимә йәшеренеүе билдәһеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий