вторник, 2 апреля 2013 г.

Гуантанамола аслыҡ иғлан итеүселәр арта.



 Гуантанамо төрмәһе тотҡондары бер нисә аҙна инде аслыҡты дауам итә. Хәҙер акцияла 30-ҙан ашыу тотҡон ҡатнаша, был өс аҙна элек төрмә дирекцияһы хәбәр иткәндән өс тапҡыр артыҡ. Акцияла ҡатнашыусы 11 кешене көсләп ашаталар. Аслыҡ иғлан иткән тотҡондар хәбәр итеүенсә, администрация уларға һыу биреүҙән баш тарта, ә камераларҙа бик һалҡын.

Акция башланыуының бер сәбәбе- төрмә түрәләренең Ҡөрьәнгә хөрмәт менән ҡарамауында, ҡалған тотҡондар уларға сараһыҙлыҡтан ҡушылған. Ғәйепләү ҡарары сығарылмаһа ла, ҡайһы берәүҙәр рәшәткә артында 10 йылдан ашыу ултыра.

Кубалағы Америка хәрби базаһында урынлашҡан төрмәлә терроризм менән шөғөлләнеүҙә шик аҫтына алынған тотҡондар ултыра. АҠШ президенты Барак Обама 2009 йылда уҡ төрмәне ябырға вәғәҙә иткәйне, әммә ул әле булһа эшләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий