суббота, 6 апреля 2013 г.

Малала фонды тәүге грант бирҙе.



Малала Йософзай:
“Бөгөн ғүмеремдәге иң бәхетле көн. Был- Малала фондының тәүге гранты. Сват үҙәнендә, минең тыуған еремдә, беҙ 40 ҡыҙға белем бирәсәкбеҙ. Барығыҙҙы ла беҙҙең фондҡа ярҙам итергә, 40 ҡыҙҙың белем алыуын 40 миллиондың белем алыуына әүерелдерергә саҡырам. Рәхмәт.”
Донъяның байтаҡ билдәле кешеләре Малала фондына ярҙам итергә вәғәҙә итте. Мәҫәлән, Анджелина Джоли 200 мең доллар күсерергә һүҙ бирҙе. Ул фонд презентацияһында ла ҡатнашты.
15 йәшлек Пакистан активисы Малала Йософзай үҙенең блогында ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш тураһында күп яҙҙы, үҙенең мәктәптә уҡыу хоҡуғын яҡланы. Талиптар уға һөжүм итеп, башын яраланы. Халыҡ ҡыҙҙың яҙмышына битараф ҡалманы, күтәрелеп сыҡты һәм ул Бөйөк Британияға дауаланырға оҙатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий