суббота, 6 апреля 2013 г.

Рәсәй ғалимдары “ғүмерлек йәшлек рецебы”вәғәҙә итә.



Новосибирск һәм Томск ғалимдары “ғүмерлек йәшлек”дарыуын уйлап табыуҙары хаҡында хәбәр итә. Уларҙың раҫлауынса, препарат организмды аяҡҡа баҫтырыусы стволовой күҙәнәктәр эшләп сығарыуға булышлыҡ итә. Уның һөҙөмтәлелеген сысҡандарҙа һынап ҡарағандар: уртаса ғүмер оҙонлоғо 12-18 ай булған сысҡандар, был төймәләрҙе ҡабул иткәндән һуң, 30 ай йәшәгән.
Ғалимдарҙың фекере буйынса, яңы дарыу бауыр, үпкә, нервы системаһы менән бәйле ауыр сирҙәрҙе дауаларға мөмкинлек бирәсәк.

Препараттың клиник һынауҙары ноябрҙә үтәсәк, улар уңышлы үткән хәлдә, мөғжизәле дарыу бер нисә йылдан һатыуға сығарыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий