суббота, 6 апреля 2013 г.

“Офшорға аҡса оҙатыусы геройҙар”: депутаттар, сенаторҙар, миллиардерҙар.



 Халыҡ-ара журналист-тикшереүселәр консоциумы ҡулына эләккән офшор иҫәбе хужалары тураһындағы мәғлүмәт элек Wikileaks сайты баҫтырып сығарған документтарҙың күләменән 130 тапҡыр күберәк. Эксперттарҙың әйтеүенсә, донъя күләмендәге коррупция менән көрәштә был ваҡиға ҙур һынылыш булыр кеүек.
 Катрин Босс, Sonntagszeitung гәзите журналисы(Швейцария):
”Был башы ғына. Беҙ мәғлүмәттең 10 процентын ғына, Швейцария бизнесмендарына ҡағылышлыһын ғына ҡарап сыҡтыҡ. Әммә беҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.”
Аналитиктар Европала ризаһыҙлыҡ башланыуын күҙаллай. Унда властар бер яҡтан ҡаты экономия режимы булдырһа, икенсе яҡтан бизнесмен дуҫтарына аҡсаларын сит илгә йәшерергә мөмкинлек бирә.
Майкл Хадсон, Халыҡ-ара журналист-тикшереүселәр консорциумы вәкиле:
“Үтә байҙарҙың финанстарын ойоштороу өсөн мөмкинлектәре ҙур, ябай граждандар улай һайлана алмай. Илдәге капитал ситкә сығарыла, һөҙөмтәлә, ябай кешеләр һалымды күберәк түләргә, үҙҙәрен һәр саҡ сикләргә мәжбүр.”
Кесаҙна көн халыҡҡа сығарылған офшор хужалары исемлегендә Франсуа Олландтың һайлау алды кампанияһы казначейы Жан-Жак Ожье, Әзербайжан лидеры Илһам Алиев ҡыҙҙары, Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры Игорь Шуваловтың ҡатыны Ольга, Федерация Советы ағзалары Вадим Мошкович һәм Дмитрий Ананьев, сенатор Михаил Мергеловтың туғаны Владимир, Дәүләт думаһы депутаты Михаил Старшиновтарҙың исемдәре бар. Мәғлүмәт менән танышыу барышында матбуғатта яңы исемдәр күренәсәк. Немецтарҙың Die Welt баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй миллиардеры Михаил Фридмандың Британияның Виргиния утрауҙарында ГДР-ҙың тышҡы разведка шефының улы Маркус Вольф Франц  менән бәйле фирмалары бар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий