суббота, 6 апреля 2013 г.

Мысырҙа “евроньюс”хәбәрсеһенә һөжүм иткәндәр.



Ҡаһирәлә, Иран дипломаттарының резенденцияһы янында салафиттарҙың ҡаршылыҡ акцияһын төшөргән ваҡытта, “евроньюс” хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйехибраһимға һөжүм итәләр. Был хәл, үҙенең һөйләүе буйынса, ул һөйләп торған саҡта була. Мөхәммәт- фәләстин, әммә акцияла ҡатнашыусылар уны Ливан журналисы, шиғисы, тип уйлай.

“Евроньюс”хәбәрсеһенең микрофонын тартып алалар, арҡаһына, аяҡтарына һуғалар. Микрофон ватыла. Бәхеткә күрә, полиция килеп етә һәм журналист бик үк етди зыян күреп өлгөрмәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий