...Фәнзилдең
төрмәгә эләгеүе-Аллаһы Тәғәлә ебәргән яҙмыш. Бында "ах" та "ух"килергә
түгел. Раббыбыҙ шулай кемдең ысын мосолман булыуын, ә кемдең ысын
мосолман түгеллеген, ҡайҙа хаҡ һәм ҡайҙа нахаҡ икәнлеген күрһәтә.
Исламда ошолай: әгәр һиндә хөрмә емеше булһа
ла бар икән, уны икегә бүл дә ярлыға бир. Был Йәннәткә кереүгә бер сәбәп булыр.
Ә Фәнзил хөрмә генә бирмәне, ул “Сомали балалары”тип аталған ҙур хәйриә акцияһы ойошторҙо,
шул яҡтарға барып, астан интеккән балаларҙы ашатып, уларҙы Аллаһы Тәғәлә ярҙамы
менән аслыҡтан ҡотҡарҙы. Фәнзил әжер-сауапҡа өлгәште, һәм хатта төрмәлә лә уға
әжер-сауаптар килеп кенә торор әле. Хөкөм көнөндәге үлсәүҙәрҙә уның изге эштәре
беҙҙекенә ҡарағанда ауырыраҡ булыр, һәм беҙ барыбыҙ ҙа уға көнләшәсәкбеҙ,
иншәлләһ!
Фәнзил- көслө рухлы кеше, ул хаҡ юлда
бирешмәҫ. Ул тағы ла бихисап кешеләрҙең Ислам ҡабул итеүенә сәбәпсе булыр әле.
Мосолмандарҙың девизы: һау-сәләмәт тормош,
Ер йөҙөндә яҡшылыҡ таратыу, булғанды ярлылар менән бүлешеү, ә төп маҡсат-
Аллаһҡа табыныу, Уның ғына ҡанундары буйынса йәшәү, ризалығына ынтылыу.
Аллаһы Тәғәлә Фәнзилгә сабырлыҡ бирһен,
Ахирәттә- Үҙенең ризалығына, Йәннәтенә өлгәштерһен. Аллаһы Тәғәлә уны
ярҙамсыһыҙ ҡалдырмаҫ, ҡәрҙәшебеҙҙең иманы тағы ла нығыр, тип өмөтләнәбеҙ.
/Абдулхәмит хәҙрәт, ауыл мәсете имамы, Өфө
районы.
“Ваҡыт!”нр.
2(57)/
Комментариев нет:
Отправить комментарий