понедельник, 8 апреля 2013 г.

Израиль Холокост ҡорбандарын хәтерләү көнөндә хакер һөжүменә дусар булды.



Anonymous хакер төркөмө “йәһүд дәүләтенең даими рәүештә кеше хоҡуҡтарын боҙоуына ҡаршы” һәм “фәләстиндар менән теләктәшлек йөҙөнән” Израилдең хөкүмәт сайттарына һөжүм итте. Израиллеләр өсөн мөһим булған Холокост ҡорбандарын хәтерләү көнө алдынан хакер төркөмө интернет-сайттарҙа, үҙенең ниәте хаҡында белдереп, #OpIsrael хэштегы менән хәбәрҙәр баҫтыра башланы.

Улар киберһөжүм өсөн 7 апрелде һайлаған,- ти эксперт Рони Бочар.-Улар уны тап бөгөн, Һәләкәт көнөндә үткәрергә булған. Күреүебеҙсә, улар бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы сайттарға һөжүм иткән. Ҙур сайттарға ла, хөкүмәт структарлары сайттарына ла ҙур зыян килмәгән.”

Оборона министрлығы һәм мәғариф сайттары көн элгәре үк һөжүмгә дусар булды, сөнки Австралияла 7 апрель башланғайны инде, әммә был сайттар тиҙ үк тергеҙелде.

“Бындағы  донъя картаһында киберһөжүмгә дусар булғандарҙан алынған бөтә сигналдар билдәләнә бара. Улар ҡасан һөжүм итеүҙәре хаҡында хәбәр итә һәм был сайттан мәғлүмәт ала. Шул рәүешле кемдең кемгә һөжүм яһауы апарыу асыҡ төҫмөрләнә.”

Ҡайһы бер яңылыҡтар агенстволары хәбәр итеүенсә, йәкшәмбе көн Израилдең Статистика бюроһы хеҙмәте һәм илдең ҙур банкыларының эше боҙола. Бынан тыш хакерҙар израиллеләрҙең социаль селтәрҙәге 19 мең аккаунтына инеү мөмкинлеген алған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий