понедельник, 8 апреля 2013 г.

Луценко иреккә сығарылды, әммә сәйәсәткә әлегә юл ябыҡ.



Юрий Луценко төрмәнән сыҡты. Украинаның элекке эске  эштәр министрын һәм йәнә хөкөм ителгән 5 кешене азат итеү тураһындағы приказға президент Виктор Янукович ҡул ҡуйҙы. Был яңылыҡты Киевта митингыға сыҡҡан оппозиция шатланып ҡабул итте. Луценко митингыға өлгөрмәне, әммә үҙенең яҡлыларға телефон аша мөрәжәғәт итте. Оппозиция власты Юлия Тимошенконы ла азат итергә саҡырҙы. Аналитиктарҙың иһә был эштең килеп сығыуына шиге ҙур.

Мөмкинлек тыуыу менән мин Юлия Владимировна менән осрашасаҡмын. Минең өсөн был үтә лә мөһим. Автозакта бергә барғанда ла, төрмәлә ултырғанда ла мин уға ярҙам итергә тырыштым. Артабан да ярҙам итәсәкмен,-”ти Юрий Луценко.

Ярлыҡау уның хөкөм ителеүен юймаған. Элекке министр дәүләт постарын биләй һәм һайлауҙарҙа ҡатнаша алмай. Тик уның адвокаттары быға ҡаршып сығып ҡарауҙары ихтимал.

“Юрий Луценконың иреккә сығыуы оппозицияның көсөн арттырыуына ышанам. Ул беҙгә етди терәк. Тиҙ арала уның сәйәсәткә ҡайтыуына ла ышанам,-” тип белдерҙе Юғары Радалағы“Батькивщина” фракцияһы лидеры Арсений Яценюк.

Элекке министрҙар Юрий Луценко һәм Георгий Филипчуктың иреккә сығыуын Брюссель дә хупланы. Украина Евроберләшмә менән ассоциация хаҡында килешеү төҙөргә өмөтләнә, ә Юрий Луценконы азат итеү ҡуйылған шарттарҙың береһе ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий