среда, 15 мая 2013 г.

Руанда: 100 кеше харабалар аҫтында ҡалған.



Руандала, 4 ҡатлы төҙөлөп ятҡан йорт емерелгәндә, 100 тирәһе кеше харабалар аҫтында ҡалыуы ихтимал. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, 3 кеше һәләк буған, 20-нән ашыуы тән йәрәхәттәре алған һәм дауаханаға оҙатылған. Зыян күреүселәр араһында төҙөүселәр ҙә, осраҡлы үткенселәр ҙә бар. Фажиғә баш ҡаланан төньяҡҡа табан 100 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ньягатарҙа булған. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий