среда, 15 мая 2013 г.

Мәскәү: ҮРИ(ЦРУ)агенты вербовка ваҡытында ҡулға алынған.



Рәсәйҙең ФСБ хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙә АҠШ илселеге ышығы аҫтында эшләгән Америка разведчигы Райан Фоглды ҡулға алған. ҮРИ(ЦРУ)агенты, хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй махсус хеҙмәте хеҙмәткәрен вербовкаларға уйлаған.

Операция 14 майға ҡаршы төндә үткәрелгән. ФСБ-ла хәбәр итеүҙәренсә, ялланасаҡ Рәсәй гражданины өсөн махсус техник саралар, яҙма ҡулланмалар, бик ҙур күләмдә аҡса һәм ҡиәфәтте үҙгәртеү саралары табылған. Хәбәр итеүҙәренсә, ҮРИ(ЦРУ) хеҙмәткәренән тартып алынған күрһәтмәләрҙә мәғлүмәт өсөн йылына миллион долларға ҡәҙәр түләү ҡаралыуы хаҡында әйтелә.

Ҡулға алынған әҙәм Рәсәй ФСБ-һының ҡабул итеү бүлмәһенә килтерелә һәм, тейешле процедуралар үтәлгәс, Америка илселегенең рәсми вәкилдәренә тапшырыла. АҠШ-тың Рәсәйҙәге илсеһе Майкл Макфол ФСБ белдереүенә аңлатма биреүҙән баш тартты.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, министрлыҡ Америка илсеһен аңлатма биреү өсөн саҡырған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий