четверг, 16 мая 2013 г.

Арктика советы 6 илгә күҙәтеүсе статусын бирҙе.



 Шаршамбы Швецияның Кируна ҡалаһында Арктика советының министрҙар сессияһы үҙ эшен башланы. Уның составында Рәсәй, АҠШ, Канада, Норвегия, Дания, Исландия, Финляндия һәм Швеция. Совет ултырышында 6 илгә –Ҡытайға, Һиндостанға, Италияға, Японияға, Көньяҡ Кореяға һәм Сингапурға күҙәтеүсе статусы биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
“Былар барыһы ла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн эшләнә,-тине Финляндияның сит ил эштәре министры Эрки Туомиойя, аҫаба халыҡтарҙың ресурстарын һаҡлау өсөн эшләнә. Минең уйымса, күҙәтеүселәр өсөн бындай осрашыуҙар файҙалы. Бер өҫтәл артында ултырғанда, беҙ тикшергән реаль проблемаларҙы уларға аңлауы еңелерәк.”
Төньяҡта нефть табыу планы экологтарҙы хәүефләндерә. Улар шундай һорау ҡуя: был нефттең хаҡы планеталағы тәбиғәттең кеше ҡулы теймәгән һуңғы мөйөштәренә  тиңме һуң?!
Арктиканың боҙ ҡатламы кесерәйеүен иҫәптә тотоп, Арктика советының эше менән төньяҡ диңгеҙ юлдары аша тауар һәм сеймал ташырға иҫәп тотҡан илдәр ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий