четверг, 16 мая 2013 г.

Фәләстиндар “Һәләкәт көнө”н билдәләне.



 Йыл һайын 15 майҙа фәләстин халҡы “Накба көнө”н, йәғни “Һәләкәт көнө”н билдәләй. Һәләкәт тип улар Израиль дәүләте төҙөлгән, һөҙөмтәлә 700 меңдән ашыу фәләстинле ҡасаҡ хәленә ҡалған көндө атай.
Төш еткәс, Рамаллахта сирена яңғыраны. Ул ғәрәптәр “Һәләкәт көнө”н билдәләгән йылдар һаны буйынса 65 секунд дауам итте.
“Кире ҡайтыу хоҡуғы- беҙҙең законлы хоҡуғыбыҙ һәм беҙ уның өсөн көрәшергә тейешбеҙ,-”тип белдерҙе фәләстин ҡарты.
Газа секторында көнө буйы төрлө фәләстин төркөмдәре митингылар һәм демонстрациялар үткәрҙе. Бөтә был саралар тыныс һәм көс ҡулланыуһыҙ үтте.
Иерусалим хаҡында улай тип әйтеп булмай. Бында Иҫке ҡаланың Шхем ҡапҡаһы районында  манифестацияла ҡатнашыусылар һәм полиция араһында ҡаты бәрелештәр булды.
Фәләстиндар бында санкция алынмаған митинг үткәрергә тырышып ҡараны, әммә полиция быға юл ҡуйманы. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратҡанда, атлы полиция нарядтары, һыуатҡыстар һәм күҫәктәр ҡулланылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий