четверг, 16 мая 2013 г.

АҠШ-тың юстиция министры:” Associated Press мәғлүмәт агенствоһы хаҡындағы ҡарар минеке түгел.”



Шаршамбы АҠШ конгресында юстиция министрлығы эше ҡаралды, унда министр Эрик Холдерға өс сәғәт буйы бик күп һорауҙарға яуап бирергә тура килде. Айырым алғанда, Холдерҙан Американың иң ҙур Associated Press мәғлүмәт агенствоһы хеҙмәткәрҙәренең телефон бәйләнештәре хаҡындағы йәшерен документтарын асыу процесында роле ниндәй булыуын һоранылар.
Юридик комитет башлығы Роберт Гудлатт:
”Был тикшереүҙең масштабы күп һорауҙар тыуҙыра. Юстиция министрлығына 2 ай буйы 20 телефон линияһынан яһалған шылтыратыуҙар нимәгә кәрәк булды? Ни өсөн өсөн уға санкция бирелде?”
”Документтарҙы асыу хаҡындағы ҡарарҙы минең урынбаҫарым ҡабул итте. Тәфтишләү ни өсөн былай барыуын әйтә алмайым, сөнки уға ҡыҫылышым юҡ,-”тип яуап бирҙе Эрик Холдер.
Америка властарының Associated Press агенствоһы репортерҙарының уҙған йылдың апрель-май айҙары һөйләшеүҙәрен тикшереүҙәре дүшәмбе билдәле булды. Конгреста Эрик Холдер Йемендағы ҮРИ (ЦРУ) операцияһы хаҡындағы мәғлүмәт киң мәғлүмәт сараларына законһыҙ рәүештә эләгеүе тураһында белдерҙе. Министрҙың һүҙҙәре буйынса, тәфтиш эше мәғлүмәттең нисек ситкә сығыуын асыҡлау өсөн үткәрелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий