Ҡайтанан асыҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Американың Оклахома
штатындағы торнадо 24 кешенең ғүмерен өҙгән. Элек һандар икенсе ине- 50-нән 90-ға
ҡәҙәр. Оклахома-Сити медицина үҙәге етәксеһе Эми Эллиот белдереүенсә, мәхшәр
ваҡытында ҡайһы бер ҡорбандарҙы 2 тапҡыр, ҡайһы саҡ хатта 3 тапҡыр һанағандар.
Оклахома-Сити ситендәге Мур ҡаласығы тәбиғәт ҡазаһынан
айырыуса ныҡ зыян күргән. Диаметры 3 километрға һуҙылған ҡойон эсендәге ел
тиҙлеге сәғәтенә 320 километрға барып еткән. Мур халҡы һыуһыҙ, электрһыҙ тороп
ҡалған. Күпселек биналар емерек, улар араһында мәктәп тә бар.
“Беҙ бында килдек,-ти полиция патруле начальнигы Бетси
Рэндольф,-сөнки бында бөтә яҡлап та ябыҡ, ныҡ зыян күргән бина бар ине. Эҙләнеү
эштәре ентекле алып барылды. Харабалар өҫтөнән һаҡлыҡ менән йөрөргә тура килде,
сөнки емереклектәр аҫтында кешеләр булыуы мөмкин ине”.
Ҡотҡарыусылар һәм волонтерҙар, һәләк булғандарҙы һәм
зыян күреүселәрҙе эҙләп, тирә-яҡты тикшерә. Уҙған төн емереклектәр аҫтынан иҫән
ҡалған 100 кеше сығарылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий