Германия
һәм Венгрия, сәнскеле һүҙҙәр әйтешеп, араларҙы һыуытып ташланы. Премьер-министр
Виктор Орбан канцлер Ангела Меркелдең сәйәсәтен нацистарҙыҡы менән сағыштырҙы,
дөрөҫөрәге 1944 йылда Гитлер армияһының Венгрияға баҫып инеүен иҫкә төшөрҙө.
Дипломатик
ғауғаға Ангела Меркелдең киләһе һайлауҙарҙағы ярышташы социал-демократ Пеер
Штайнбрюк күмәк халыҡ алдындағы
дискуссияла һис уйламағанда ойотҡо һалды. Ул “диктатор режимына табан тәгәрәгән
Венгрияны ЕС-тан сығарып ташларға”саҡырҙы. Меркель Будапешты яҡлап шаяртырға маташты:”Был илде
дөрөҫ юлға сығарыу өсөн, бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Шунда уҡ кавалерия ебәреү
кәрәкмәҫ.”
Шаяртыу
килеп сыҡманы. Будапешт яуапты оҙаҡлатманы, Орбан шуны иҫкә төшөрҙө: “Танкылар
рәүешендәге кавалерияны Германия ебәргәйне инде.”
Нимә
булыры әлегә билдәле түгел. Лидерҙар шаршамбы көн Евроберләшмә саммитында
осрашырға тейеш.
Комментариев нет:
Отправить комментарий