четверг, 23 мая 2013 г.

ФБР агенты һорау алыу ваҡытында чечен егетен атып үлтергән.



Флоридала ФБР агенттары, Бостондағы шартлауҙар менән бәйле һорау алыуҙар ваҡытында, сығышы менән Чечнянан булған 27 йәшлек Ибраһим Тодашевты атып үлтергән. ФБР мәғлүмәттәре буйынса, утты, Тодашевтың үҙен агрессив тотоуы сәбәпле, һаҡланыу маҡсатында асҡандар.
Үлтерелгән был әҙәм апрель теракттарын ойоштороуҙа ғәйепләнгән ағалы-энеле Царнаевтар менән таныш булған. Халыҡ-ара Бостон марафоны ваҡытындағы шартлау 3 кешенең ғүмерен өҙҙө, 260 кеше яраланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий