четверг, 23 мая 2013 г.

Украина: журналистар хөкүмәткә арҡаһы менән торҙо.



 Украина властары министрҙар кабинеты ултырышында тауыш-тынһыҙ ҡаршылыҡ акцияһы ойошторған журналистарҙы аккредитациянан мәхрүм итте. Шаршамбы иртән 10 журналист, шәмбе көн киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә яһалған һөжүмде тикшереүҙе талап итеп, чиновниктарға арҡалары менән баҫты. Яҙмалар шундай ине: “Бөгөн-журналистка. Иртәгә һеҙҙең ҡатынығыҙ, һеңлегеҙ. Сараһын күрегеҙ!
Акция Украина премьер-министры Николай Азаровтың ҡырҡыу шелтәһенә осраны:
“Ниндәй концерт ул беҙҙә? Министрҙар кабинеты ултырышын циркка әйләндермәүегеҙҙе үтенәм. Әгәр былар журналистар икән, министрҙар кабинеты аккредитацияһын алығыҙ. Фамилияларын яҙығыҙ һәм аккредитациянан мәхрүм итегеҙ.”
Ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр журналистарға һөжүмде уларҙың һөнәри  эшмәкәрлегенә ҡамасаулау тип баһалауҙы талап итте, ә был иһә ҡатыраҡ яза биреү тигән һүҙ.
“Беҙ властарға коллегаларыбыҙ Ольга Сницарчук һәм Влад Соделде туҡмауҙы һәм уларҙың һөнәри эшмәкәрлегенә ҡамасаулауҙы объектив тикшереүҙе, ғәйеплеләргә яза биреүҙе талап итеүебеҙҙе күрһәтергә теләгәйнек,- ”ти Наталья Тарасовская.
Зыян күреүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, "5-се канал" журналисткаһы Ольга Сницарчук һәм фотограф Влад Соделгә, улар “мыҡты кәүҙәле егеттәр оппозиционерҙарҙы туҡмағанды” төшөргәндә, билдәһеҙ әҙәмдәр һөжүм иткән. Был хәл оопзицияның “Тор, Украина”акцияһы һәм  идара итеүсе Региондар фирҡәһе эгидаһы аҫтындағы митинг барғанда булған.
Һөжүм эше буйынса ҡулға алынған Киев өлкәһенән 20 йәшлек егет залог буйынса ебәрелгән. Суд хөкөм сараһы мәсьәләһен хәл итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий