четверг, 23 мая 2013 г.

Сүриә көрсөгөнә Ливан да килеп ҡыҫыла.



 Сүриәлә Ливан сигенә яҡын урынлашҡан Әл-Күсәйр ҡалаһы өсөн регуляр армия частары һәм баш күтәреүселәрҙең отрядтары араһында аяуһыҙ алыш бара. Ҡаланың 70 проценты хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулында. Сүриә армияһына Ливандың “Хизбалла”хәрәкәте һуғышсылары ярҙам итә. Улар Әл-Күсәйр районына яңы отрядтар ебәргән. Был ваҡиғалар фонында Ливандың Триполи ҡалаһында ла хәлдәр көсөргәнешлерәк була бара.
Бәрелештәрҙә Сүриә яҡлы алавиттарҙан торған Ғәрәп демократик фирҡә һуғышсылары һәм Сүриә ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, баш күтәреүселәрҙе яҡлаған сөнниселәрҙән торған ҡораллы исламистар алыша.
Ливан армияһы Триполи урамдарына бронетехника сығарҙы. Ливандың иҡтисади баш ҡалаһы иҫәпләнгән был ҡалала тормош туҡтап ҡалғандай, дәүләт учреждениелары, мәктәптәр, баҙарҙар эшләмәй. Снайперҙар атыуы арҡаһында, ҡайһы бер урамдар ябыҡ. Ҡала халҡы, ҡаршы атышыусыларҙың уты аҫтына эләкмәҫ өсөн, йорттарынан сығырға ҡурҡа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий