пятница, 10 мая 2013 г.

Германия: йәшендән 40 кеше зыян күргән.



Германияла Атайҙар көнөнә бағышланған пикник фажиғә менән тамамланған. Йәшен халыҡ төркөмөнә атҡан. 40-тан ашыу кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған, шуларҙың 8-ҙе хәл өҫтөндә. Илдең төньяғындағы Дабель ауылына ике ҡотҡарыу вертолеты һәм тиҙ ярҙам машинаһы ебәрелгән.
“Беҙ, ғәҙәттәгесә эсә инек. Халыҡ һыра һатылған арба янына йыйылғайны. Көн асылмаҫмы икән тип, һауаға ҡарайбыҙ. Ҡапыл көсөлө шартлау яңғыраны һәм кешеләрҙе арба эргәһенән алып ташланы. Аҙаҡ инде ығы-зығы башланды,-”ти ваҡиғаның шаһиты булған ҡатын.
Кешеләр шаңҡып ҡалған. Күптәргә шунда уҡ медицина ярҙамы күрһәтелгән, ҡалғандарын яҡындағы дауаханаларға урынлаштырғандар.
Германияла Атайҙар көнө дини байрамға тура килә.Ир-ат уны ғаиләһеҙ генә, дуҫ-иштәре менән һыра эсеп үткәрә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий