пятница, 10 мая 2013 г.

Мәскәүҙә Еңеү парады.



Рәсәй Бөйөк Ватан һуғышы еңеүенең 68 йыллығын билдәләй. Хәрби байрам парадтары илдең 24 ҡалаһында үтте, төп парад Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында булды.
Трибунанан парадты Рәсәй президенты Владимир Путин һәм премьер-министр Дмитрий Медведев күҙәтте. Парад башланыр алдынан, РФ-һы ҡораллы көстәренең Баш главнокомандующийы рәсәйлеләрҙе байрам менән ҡотланы. Ветерандарға мөрәжәғәт итеп, Владимир Путин фронтовиктарҙың батырлығын илебеҙ мәңге ололаясағын,”һуғыш дөрөҫлөгөн яҡлаясағын,”һәм, һуғышты һис кем һис ҡайҙа башлап ебәрмәһен өсөн, барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.”Планетала именлекте яҡлау өсөн, беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ,-” тине ул. Президент тағы ла шуны өҫтәне: рәсәйлеләр “ата-бабалар өмөтөн аҡларға һәм балаларға сәскә атыусы, ирекле һәм көслө Рәсәйҙе ҡалдырырға бурыслы.”
Владимир Путиндың сығышынан һуң, оркестр РФ гимнын башҡарҙы һәм парад башланды. Таш түшәлгән Ҡыҙыл майҙандан 11 мең хәрби хеҙмәткәр, хәрби юғары уҡыу йорттары курсанттары, 100 берәмек самаһы хәрби техника үтте. Иң һуңында “Рус витяздәр”е һәм “Cтриждар”ы легендар “Куба гәүһәре”сафы менән осоп үтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий