пятница, 17 мая 2013 г.

АҠШ: Техаста ҡойон 6 кешенең ғүмерен өҙгән.



Американың Техас штатына бер юлы ябырылған өс ҡеүәтле ҡойон 6 кешенең ғүмерен өҙгән. Тиҫтәләрсә кеше тән йәрәхәттәре алған. Бик күптәр хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Ҡорбандар һаны артыуы мөмкин, сөнки харабалар аҫтында кешеләр булыуы ихтимал.

Тәбиғәт ҡазаһынан Худ округындағы Грэнбери ҡалаһы ныҡ зыян күрҙе. Бында 120 тирәһе йорт емерелде. Ҡойон Тэррент, Даллас һәм Паркер округтарын да аямаған.

“Был мәхшәр башланғанда, беҙ ванна бүлмәһендә инек,-тип һөйләй балалы ҡатын.-Мин быяла ватылғанын ишеттем. Йорттоң хәрәкәт итеүен тойҙом. Беҙ өҫкә ҡараныҡ һәм түшәмдең юҡҡа сығыуын күрҙек. Шунда беҙ ҙур бәләгә тарығаныбыҙҙы аңланыҡ.”

Әлеге мәлдә ҡотҡарыу операцияһы бара, 50-нән ашыу кеше дауаханаларға килтерелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий