пятница, 17 мая 2013 г.

Венесуэла: енәйәтселек хаттин ашҡан, ә бәҙрәф ҡағыҙы юҡ.




Венесуэла хөкүмәте, бер ай элек президент итеп һайланған Мадуро һүҙҙәре буйынса, илдәге иң ауыр проблема- енәйәтселек менән көрәшкә ҡаршы ҡораллы көстәрҙе йәлеп итергә ҡарар иткән. 3 мең хәрби хеҙмәткәр Каракас урамдарында патруллек итәсәк. Петаре муниципаль үҙәгендә генә төрлө именлек көстәренең мең вәкиле хеҙмәт итәсәген аңлата генерал Антонио Бенавидес:
”Бөтә көстө бергә туплап, граждандарҙы һаҡлау, Миранда штатындағы Петаре халыҡының именлеген гарантиялау өсөн, Боливар милли полицияһына хәрби полиция көстәре тапшырылды.”
Енәйәтселек менән көрәштә армияны йәлеп итеү барыһына ла оҡшамай. Оппозицияның фекеренсә, был проблеманы хәл итмәй, сөнки, БМО баһалауы буйынса, Венесуэланы хәүефле илдәр араһында бишенсе урынға ҡуйған был афәт менән армия түгел, ә полиция һәм юстиция органдары көрәшергә тейеш.
2012 йылда, хөкүмәт мәғлүмәттәре буйынса, 16 мең үлтереш булған, йәғни 100 мең кешегә 55-тән ашыу. Хөкүмәттеке булмаған ойошмалар иһә 73 осраҡта 100 мең кешегә 22 мең үлтереш хаҡында белдерә.
Хөкүмәт алдындағы берҙән-бер проблема түгел был. Илдә иң кәрәкле тауарҙар етешмәй, мәҫәлән, бәҙрәф ҡағыҙы. Шаршамбы ҡағыҙҙы Каракас супермаркеттарының береһенә сығарҙылар һәм күп халыҡ шунда уҡталды.
“Мин ике аҙна инде ҡағыҙ артынан йөрөйөм. Урамдағы армия патруле менән танышмын, улар уның бында барлығын әйтте һәм мин сират алып өлгөрҙөм,-” ти Каракаста йәшәүсе Кристина Рамос.
Хөкүмәттең фекеренсә, был- илдәге хәлде ҡаҡшатыуға йүнәтелгән кампания. Шуға күрә сауҙа министры Алехандро Флеминг  шәхсән үҙе кисекмәҫтән сит ил бәҙрәф ҡағыҙын һатып алыуҙары хаҡында белдерҙе:
“Революция, халыҡтың аҙналыҡ ихтияжын ҡәнәғәтләндереү өсөн, яҡын көндәрҙә 50 миллион төргәк бәҙрәф ҡағыҙы алырға тейеш. Ошо йоманан киләһе аҙнаның шаршамбыһына ҡәҙәр, халыҡтың аҙналыҡ ихтияжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, тәүге партияны- 20 миллион төргәкте аласаҡбыҙ.”
Бынан алдағы көндәрҙә магазин кәштәләрендә он һәм иң кәрәкле аҙыҡ-түлек булманы. Президент Мадуро аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе иң ҙур компанияны махсус рәүештә дефицит тыуҙырыуҙа ғәйепләне, шунан һуң улар магазиндарҙа йәнә барлыҡҡа килде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий