суббота, 18 мая 2013 г.

Вулкан атылыу.



36 йыл буйы тыныс ҡына йоҡлап ятҡандан һуң, уҙған йылдың 27 ноябрендә Камчаткалағы Яҫы Толбачик янартауы уянды. Янартау ике ярыҡтан лава урғыта башланы һәм Вулканология һәм сейсмология станцияһын, “Ленинградская”фәнни-тикшеренеү станцияһын, Камчатка тәбиғәт ҡурсаулығы вулканалогия станцияһын да индереп, бер нисә ҡаралтыны юҡ итте.

Янартауҙың атыла башлауы көсөргәнешле хәлдәрҙе көҫәгән, лава ағымын һәм көл болотон күрергә ниәтләгән туристарҙы бында йәлеп итте. Рәсәйҙең ике ҡыйыу фотографы, Людмила һәм Алексей, янартауҙа вулканологтар төркөмө менән булып, хайран ҡалырлыҡ фотолар төшөрҙө.



Интервью биргәндә, Людмила менән Алексей бына нимә тип һөйләне:

”Янартау атылыуы- янында булғандар өсөн был апарыу ҡурҡыныс күренеш. Лава өҫкә сыҡҡан урынға барыу өсөн, беҙ ҡараңғы төшкәнде көттөк. Был төндә күктә тулған ай ине, ул урғылыу көсөнә лә тәьҫир итте буғай. Океандарҙағы һыу күтәрелеү һәм һыу ҡайтыу сәбәбенә оҡшаш күренештер ул, моғайын.”

“Эргәнән генә лава аҡҡанда, беҙ тыныс ҡына араҡы эсеп торҙоҡ.,-тип һөйләй Андрей.-Ҡапыл   янымдағы таш өҫтөндә ятҡан фотоаппаратымды алырға тип әйләндем һәм ни күрәм: эргәләге лавалы кратер иҫ киткес ҙур тиҙлек менән тулып килә, ә беҙ ҡарап торған тар үҙәнлектәге лава ҡатып ҡалғандай.”

Андрей тәжрибәле вулканологтарға сигенеү юлын тәҡдим итә, әммә эксперттар уның тәҡдимен кире ҡаға. “Бер аҙға был мине тынысландырҙы, тик көтмәгәндә аяҡ аҫтымда ер ярыла башланы,-тип иҫләй Андрей.-Лава ағымы беҙ эргәһендә торған кратерҙың ситенә килеп етте. Ул беҙ торған ерҙең аҫтында ла хәрәкәт итә ине. Лава ағымы юлында ҡаршылыҡ осраны күрәһең, сөнки ул төрлө ярыҡ-йороҡтан бәреп сыға башланы. Кратер ғүмеребеҙҙе һаҡлап алып ҡалды, сөнки лава беҙҙең яҡҡа ағыр урынға шул тар үҙәнгә ағып төшә башланы. Кратерҙың лаваға урын биреү өсөн апарыу ҙур булыуы ла беҙҙе ҡотҡарып ҡалды. Бәхеткә күрә, каньон юлы тулыһынса ябылмағайны, һәм лаваның бер өлөшө юлын дауам итте.

Тәжрибәле вулканологтар шөрләүебеҙҙән һаман көлә ине, ләкин ҡапыл эргәлә генә газ фонтаны урғылды, уның артынса уҡ лава урғыла башлап, беҙ лава ямғыры аҫтында ҡалырға тейеш инек. Был юлы инде паника барыбыҙҙы ла биләп алды. Лава ағымы, каньон битләүендә тороп, уны фотоға төшөрөүселәрҙең өҫтөнә табан килә башланы. Беҙ ҡаса башланыҡ. Янартауҙы тикшереүселәрҙең береһе лаваға аҫмалы тоҡсайын төшөрөп ебәрҙе хатта.”

Фотограф шаҡ ҡатырғыс фотолары менән ҡасып ҡотолдо. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.









Комментариев нет:

Отправить комментарий