“Хезболлах”хәрәкәте
һуғышсылары Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәре яғында һуғыша. Шиғийҙар ойошмаһы лидеры
шәйех Хәсән Насралла тәүге тапҡыр асыҡтан-асыҡ шуны таныны: уның төркөмө граждандар
һуғышының президент Асадҡа лояль булған көстәре яғында алыша. Әйтергә кәрәк,
Насралла һүҙҙәре буйынса, уларҙың һуғышҡа ҡыҫылышы сикләнгән.
“Сүриәнең үҙ регионында
ла һәм бөтә донъяла ла ысын дуҫтары бар. Улар Сүриәнең Америка , Израиль йәки радикаль
төркөмдәр ҡулына ҡабыуына юл ҡуймаясаҡ.”
Шул уҡ ваҡытта, әгәр
хәлдәр ҡатмарланып китһә, “Хезболлах”ойошманың ғына түгел, Иран кеүек
дәүләттәрҙең дә тулы масштаблы ҡыҫылышын инҡар итмәй.
Сүриә баш
күтәреүселәре “Хезболлах”һәм Иранды Сүриәгә һуғышсылар, материаль ярҙам
ебәреүҙә бер генә тапҡыр ғәйепләмәне. Эксперттарҙың фекере буйынса, “Хезболлах”тың
хәрби ҡеүәте Ливан армияһынан күпкә өҫтөн.
Комментариев нет:
Отправить комментарий